Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа капремонт өсөн компенсацияға хоҡуҡлы граждандарҙың исемлеген арттырыу тураһында закон проектын ҡабул итте. Ташламалар эшләмәүсе пенсионерҙарҙың ғаиләһенә, шулай уҡ I һәм II төркөм инвалидтары менән бергә йәшәгән 70 йәки 80 йәштәге торлаҡ милекселәренә лә ҡағыласаҡ.