Әбйәлил район судының эш башҡарыу һәм кадрҙар бүлеге начальнигы Сажиҙә Самат ҡыҙы Кәримова Башҡортостан Республикаһының Юғары, Арбитраж, ҡала, район-ара, район һәм башҡа судтары хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсында ҡатнашып, «Иң яҡшы бүлек начальнигы» номинацияһында өсөнсө урын яуланы һәм Башҡортостан Республикаһы Судьялар советының Дипломы менән бүләкләнде.