Башгидромет гидрологтары иҫкәртеүенсә, быйылғы яҙғы ташҡын ҙур йылғалары күп булған Урал аръяғында хәүефле булыуы ихтимал. Ялан-дала яҡтарындағы йылғаларҙа боҙ тығылыу, һыуҙың боҙ өҫтөнән ағыуы, һыу кимәленең ҡапыл артыуы хас. Хәүефле төбәктәргә Хәйбулла, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары инә. Беҙҙең яҡта тупраҡтың ике метрға тиклем туңыуы, боҙ ҡатламының бер метрҙан ашыу булыуы теркәлгән — былар ҡарҙың кинәт иреүе менән бер рәттән көслө ташҡынға этәреүсе факторҙар булып тора.