Новости
13 Апреля 2018, 07:14

Сәләмәтлек көнө уҙғарылды

Ишҡол ауыл китапханаһында 7 апрель — Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан уҡыусылар өсөн «Наркотиктарға — юҡ!» тигән ҡыҙыҡлы сара уҙғарылды. Балалар наркомания хәүефе, синтетик ҡатнашмаларҙың йәш организмға ауыр тәьҫире, уның йоғонтоһонда ҡылынған енәйәттәр хаҡында фәһемле телмәр тыңлап ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә төрлө һорауҙар бирҙе, викторинала ҡатнашты. Бынан тыш уҡыусылар шашка һәм өҫтәл теннисы буйынса ярышты, сәләмәт тормошҡа бағышланған китап күргәҙмәһе менән танышты.


Читайте нас