Муниципаль район хакимиәте башлығы 1 Май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын уҙғарыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, 30 апрелгә тиклем район үҙәгендә, бөтә ауыл биләмәләрендә ҙур экологик өмәләр ойоштороу, урамдарҙы һәм биналарҙы байрамса биҙәү бурысы ҡуйылды. 1 майҙа иһә Асҡарҙа тантана мәлендә йәрминкә, байрам концерты, спорт-масса саралары, балалар өсөн уйын-аттракциондар үтәсәк.