Муниципаль район хакимиәте башлығы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 1 майға тиклем бөтә обелиск, монумент һәм һәйкәлдәрҙе төҙөкләндереү, өмәләр уҙғарыу, район үҙәге һәм ауыл биләмәләрендәге ойошмаларҙы байрамса биҙәү планлаштырыла. Район башлығы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыу уҙғарасаҡ, ә 9 майҙа үҙәк майҙанда тантаналы митинг, парад һәм «Үлемһеҙ полк» үтәсәк.