БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә, ер ҡатламы 5 – 7 градусҡа тиклем йылыныу менән талпандарҙың әүҙемлек осоро башлана. Айырыуса май байрамдарында урман-ҡырға ял итергә сығыусыларҙы хәүеф һағалай. Талпан ҡаҙалыуын кеше белмәй ҙә йөрөүе ихтимал, сөнки ул һиҙҙермәй генә йәбешә. Талпан энцефалитының билдәләре асыҡланғансы ике аҙналай ваҡыт үтә. Табиптар урманға сығыу осрағында ныҡлы кейенеп, салбар балаҡтарын резина итеккә ҡыҫтырып, баш кейемен һалмай йөрөргә, ҡайтҡас та, тән ағзаларын ныҡлап тикшерергә кәңәш итә.