19 апрелдә 19 сәғәттә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡының һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирә. «Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-24», «Вся Уфа» телеканалдары, «Спутник ҒМ», «Рәсәй радиоһы» радиостанциялары яҡтыртасаҡ. Һорауҙарҙы студияға саҡырылған ҡунаҡтар ғына түгел, шылтыратып бәйләнешкә сығыусылар, алдан һорау ҡалдырыусылар ҙа бирә ала. Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге йәкшәмбенән алып эшләй һәм тура эфир тамамланғансы дауам итә. Бының өсөн 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем 8-800-347-03-47 һандарына бушлай шылтыратырға мөмкин.