Хәмит урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Миңлегөл Яныбаева (уҡытыусыһы Г. Х. Баһауетдинова) Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернат базаһында Башҡортостандың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек итеүенә 20 йыл тулыуға арнап үткәрелгән «Мираҫ» конкурс-фестивалендә ҡатнашып, икенсе дәрәжәләге дипломға һәм сертификатҡа лайыҡ булды.