Новости
20 Апреля 2018, 06:33

Ҡоро үләнгә ут төртмәгеҙ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сығарған ҡарарға ярашлы, яҙғы миҙгелдә, янғын хәүефе ҙур булған осорҙа ер участкаларында, ихаталарҙа һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ҡоро, кипкән үләндәрҙе яндырыу тыйыла. Бынан тыш, автомобиль һәм тимер юлы буйҙарында ла үләнгә ут төртөргә ярамай. Янғын хәүефһеҙлеген боҙған граждандарға 2 мең һумға тиклем, юридик берәмектәргә 500 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Читайте нас