Новости
20 Апреля 2018, 06:34

Йыл әйләнәһенә шифалы ҡымыҙ

Баймаҡ районында донъяла тиңе булмаған яңы предприятие — ҡоро йәки кипкән ҡымыҙ етештереү цехы асыласаҡ, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығы. Шифалы эсемлекте һатыу майҙаны сикле, сөнки әсетеп эшләнгән продуктты 100 километрҙан ары ташып булмай. Ә киптергән осраҡта башҡорт ҡымыҙын донъя баҙарына ла сығарыу, хатта космонавтар рационына индереү мөмкинлеге асыласаҡ. Ҡымыҙҙы лиофилизациялау (киптереү) буйынса ҡоролмалар алынған, белгестәр уларҙы тикшереп, һынап ҡарағандан һуң, цех эшләй башлаясаҡ.


Читайте нас