Учалы ҡалаһында билдәле башҡорт теологы, мосолман иленең мәғрифәтсеһе, бөйөк шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған мөнәжәт башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеһе үтте. Был конкурста Яйҡар ағинәйҙәре икенсе урында билдәләнһә, ташбулаттар өсөнсө урынды алды. Яңғыҙ башҡарыусылдар араһында Ҡырҙастан Фәнүзә Биктимерова беренсе урын яуланы, Гөлнур Хаҡыеваға (Дәүләт) өсөнсө урын бирелде.