27 апрелдә 10-дан 12 сәғәткә тиклем муниципаль район хакимиәте Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, ветерандарҙың тол ҡатындары, тыл хеҙмәтсәндәре өсөн «тура бәйләнеш» ойоштора. Һорауҙарға Пенсия фонды идаралығы, халыҡты социаль яҡлау бүлеге, «Ярҙам» социаль үҙәге, Асҡар үҙәк район дауаханаһы, социаль страховкалау фонды, район ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы, инвалидтар йәмғиәте вәкилдәре яуап бирә.