Новости
24 Апреля 2018, 06:57

Сәйәхәттән дәрт алдылар

Асҡар балалар йортоноң моңло йырсыһы, «Ты супер!» проектында ҡатнашыусы Зарема Шәйхетдинова Өфөгә «Башҡорт йыры» концертына саҡырыу ала. Учреждение директоры Илдус Хәлилов ошо уңайҙан тәрбиәселәр коллективына ла баш ҡалаға сәйәхәт тәҡдим итә. Педагогик коллектив, Зарема менән бергәләп Өфөгә юллана, уларҙы водитель Рушан Ишбулатов алып бара. Төрлө иҫтәлекле урындарҙы ҡарап, фотоға төшкәс, «Башҡортостан» концерт залына ҙур тамашаға килә тәрбиәселәр. Башҡорт һәм татар эстрадаһының билдәле йырсылары менән бер сәхнәлә сығыш яһаған Зарема Шәйхетдинова өсөн оло ғорурлыҡ кисерәләр.
Читайте нас