Новости
27 Апреля 2018, 07:13

Байрамға рәхим итегеҙ!

1 май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы көнөндә Асҡарҙың үҙәк майҙанында тантаналы митинг, хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү була. Буранғол мәҙәниәт йорто әртистәре бынамын тигән концерт менән киләсәк. Бынан тыш ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе, район гәзиттәренә яҙылыу ойошторола. Спорт һөйөүселәр үҙҙәрен армрестлингта һәм башҡа ярыштарҙа һынай ала. Район үҙәге ойошмалары һәм предприятиелары араһында ҡатнаш эстафета үткәреләсәк. Башлана 10 сәғәттә.
Читайте нас