Новости
27 Апреля 2018, 07:10

Көтөүһеҙ мал — бур табышы

Ер ҡарҙан асылғас, шәхси хужалыҡтарҙа мал аҫраусылар һыйыр-һарыҡтарын ҡырға, иркен утлауға сығара башланы. Аңлашыла, бесән-һалам әҙ генә ҡалды, малдар ҙа кәртәлә тороп ялҡты. Тик бөтә ауыл биләмәләрендә лә көтөү ойошторолмаған шул, күпселек һыйыр-башмаҡтар үҙ иркенә ҡуйылған. Бурҙар ошо уңайлы мәлде һағалай: иртә яҙҙан урман-тау төбәгендә мал урлауҙың бер нисә осрағы теркәлде лә инде. Законға ярашлы, ауыл хужалығы малдарын көтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға 3 мең һумға, вазифауи кешеләргә 5 – 8 мең һумға, юридик берәмектәргә 20 мең һумға тиклем административ штраф һалыныуын онотмағыҙ.


Читайте нас