Новости
27 Апреля 2018, 07:11

Өмәгә сығайыҡ!

Көнсығыш-1 һәм Көнсығыш-2 биҫтәләрендә йәшәүселәр былтыр яҙ дәррәү генә өмәгә сығып, Ҡоръятмаҫ битләүен сүп-сарҙан таҙартты. Әле, шөкөр, тау биттәре ул хәтлем ҡыйға күмелеп ятмай. Ошо изге эште быйыл да дауам итәйек, дуҫтар! 28 апрелдә 19 сәғәттә Көнсығыш биҫтәләрендә йәшәүселәрҙе өмәгә сығып, урам араларын, юл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыуға саҡырабыҙ. Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте техника һәм тоҡтар менән тәьмин итәсәк.


Читайте нас