Күмертауҙа мәғрифәтсе, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәт Исҡужинға арналған «II Исҡужин уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Т. Кусимов исемендәге гимназияның 10 «б» класы уҡыусыһы Лиана Сафиуллина (уҡытыусыһы Ф. Ә. Кайниева) үҙенең ғилми эшен уңышлы яҡлап, призер булды һәм диплом менән бүләкләнде. Башҡорт телендә матур сығыш яһағаны өсөн Лиана Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.