Новости
4 Мая 2018, 08:22

9 май көнө саралары

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығы районда киң билдәләнәсәк — был турала муниципаль район хакимиәте башлығы Р. Сыңғыҙов тейешле ҡарар ҡабул итте. Уҙғарыласаҡ саралар өсөн яуаплылар билдәләнде. Документҡа ярашлы, байрам алдынан Асҡарҙа, бөтә ауыл биләмәләрендә экологик өмәләр, обелиск һәм мемориалдарҙы төҙөкләндереү эштәре ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының йәшәгән урындарында социаль, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре була, артабан ветерандар район үҙәгенә саҡырып тәбрикләнә.

9 майҙа район үҙәгендә байрам саралары ойошторола: 10 сәғәттә «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған» мемориалына, 10 сәғәт 30 минутта ҡайынлыҡтағы обелискыға сәскәләр һалыу; 11 сәғәттә тантаналы митинг һәм парад; «Үлемһеҙ полк» акцияһы үҙәк китапхана янындағы светофорҙа башланып, Коммунистик, Комсомол урамдары буйлап үтә һәм үҙәк майҙанға килеп теҙелә; парадтан һуң байрам концерты башлана. Бынан тыш 21 һәм 10 километрлыҡ ярыммарафон, балалар өсөн төрлө уйындар, йәрминкә ҡаралған. Теләүселәр һалдат бутҡаһынан ауыҙ итә ала, майҙанда Георгий таҫмаһы акцияһы дауам итә.
Читайте нас