61-се янғын һүндереү часы сираттағы күнекмәне уҙғарыу урыны итеп «Юрға» ат-спорт мәктәбен һайланы. Тактик планға ярашлы, ат-спорт мәктәбенең бер бүлмәһендә сифатһыҙ электр сымы арҡаһында ут тоҡана, янғын сигнализацияһы эшләй һәм берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр еткерелә. Хеҙмәткәрҙәр аттарҙы хәүефһеҙ урынға күсерә, электр утын һүндерә, әммә бер бүлмәлә балалар ҡала. Ваҡиға урынына йәһәт кенә килеп еткән янғын һүндереүселәр балаларҙы сығара, утты һүндерә. Күнекмә тамамланғандан һуң часть вәкиле Ш. Ши-риязданов «Юрға»ның тәрбиәләнеүселәренә ут сығыу осрағында үҙеңде нисек тотоу, ҡайҙа хәбәр итеү тураһында файҙалы мәғлүмәт еткерҙе.