Новости
11 Мая 2018, 07:24

«Алтынай»ҙың сираттағы еңеүе

1-се Асҡар урта мәктәбенең «Алтынай» өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе Л. Д. Йәнекәева) Төркиәлә халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашып ҡайтҡандан һуң, «Һин йәшәгән төбәк» исемле Бөтә Рәсәй халыҡ-ара фестивалендә һынау тотто. Йәш бейеүселәр бында ла һынатманы: «Алтынай» беренсе урынды алһа, уның солисы Сыңғыҙ Билалов яңғыҙ башҡарыусылар араһында еңеүсе булды.
Читайте нас