Новости
11 Мая 2018, 07:21

Автоһәүәҫкәр ҡыҙҙар районға килә

15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, Әбйәлилгә ҡатын-ҡыҙ водителдәр автопробег менән килә. Ғаилә йылына арналған акция «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторола. Командала Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, шағирәләр, мәҙәниәтселәр, юристар, табиптар һәм башҡалар бар. Улар Асҡарҙа халыҡ менән осрашып, һорауҙарға яуап бирәсәк. Башлана 15 сәғәттә.


Читайте нас