Көндәрҙең яуым-төшөмһөҙ тороуы баҫыу эштәрен йәнләндерҙе. Ауыл хужалығы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 14 майға ҡарата ужым культуралары майҙанының 63, күп йыллыҡ үләндәрҙең 58 процентында өҫтәмә туҡландырыу эштәре үткәрелгән. 18000 гектарҙа яҙғы культуралар сәселгән (сәсеү майҙанының 29 проц.), шул иҫәптән яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар — 11000 (24 проц.) гектарҙы, көнбағыш — 1500 (74 проц.), майлы культуралар 6300 (78 проц.) гектарҙы биләгән. Яҙғы баҫыу эштәре «Урал — Агро», «Аграрий», «Иҙел», «Завет», «Башаҡ» хужалыҡтарында һәм «Әбйәлил дәүләт сорт участкаһы»нда айырыуса дәррәү бара.