Новости
15 Мая 2018, 06:52

«Берҙәм Рәсәй» вәкиле халыҡты ҡабул итте

РФ Хөкүмәте Премьер-министры Д. А. Мед-ведевтың республикалағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе урынбаҫары Наил Мәһәҙиев Әбйәлил халҡын шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте. Мөрәжәғәт итеүселәр нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар ине. Мәҫәлән, 5 балалы әсәгә торлағы янып юҡҡа сыҡҡандан һуң, ярҙам кәрәк, икенсеһен йәш ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса дәүләт программаһына эләгеү мәсьәләһе борсой, өсөнсөһө союздаш республиканан булған тормош иптәшенә гражданлыҡ алыу менән ҡыҙыҡһынды. Тағы бер ҡатын Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан иренә махсус дауалау курсы кәрәклеге тураһында һөйләне. Наил Зиннур улы һәр кемде тыңлап, тәҡдимдәрен әйтте, кемгәлер аныҡ ярҙам вәғәҙәләне. Артабан ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Р. Әғзәмова, ветерандар советы рәйесе А. Төлкөбаев менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Ҡотлогилде Төхвәтуллин менән Мөхәррәм Вәлиевта булды.


Читайте нас