Районда сәсеү эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа. Кисәге көнгә бөтәһе 28000 гектарҙа (был дөйөм майҙандың 44 проценты) яҙғы культуралар орлоҡтары тупраҡҡа һалынған. «Әбйәлил сорт участкаһы», «Иҙел», «Аграрий», «Башаҡ» хужалыҡтары баҫыу эштәрен айырыуса дөргөн алып бара, тәүге икәүһендә билдәләнгән майҙандарҙың яртыһынан күберәк өлөшө сәселгән дә инде.
«Башаҡ» игенселәре тотош майҙандың — 43,9, «Аграрий»ҙар — 42,7, «Завет»тар 35,1 процентында сәсеү эштәрен теүәлләгән.