Новости
22 Мая 2018, 09:36

Һабантуй көнө билдәле

Үткән аҙнала 2018 йыл һабантуйының ойоштороу комитеты ултырышы булды. Муниципаль район хакимиәте башлығы Р. Сыңғыҙовтың ҡарарына ярашлы, яҙғы баҫыу эштәренә, мал ҡышлатыуға йомғаҡ яһау, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу, халыҡ йолаларын тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйған байрам быйыл Ғаилә йылына арнала һәм 10 июндә Айғырбатҡан утары янында уҙғарыла. Һабан байрамының планы билдәләнде, яуаплы етәкселәр тәғәйенләнде. Һабантуйҙың тулы программаһы алдағы һандарҙа гәзит биттәрендә донъя күрәсәк.


Читайте нас