Новости
22 Мая 2018, 13:23

Ғаиләләргә ташламалар бар

Республика Хөкүмәте Башҡортостанда Ғаилә йылын үткәреү буйынса саралар планын раҫланы. Ғаилә, ата-әсәләр клубтарының эшен әүҙемләштереү; һөнәри оҫталыҡ тармаҡ конкурстары положениеларына «Династия» номинацияһын индереү кеүек күп кенә социаль проекттар менән бер рәттән кинтеатрҙарға, музейҙарға, башҡа ял итеү урындарына барғанда, магазиндарҙа тауар һатып алғанда «Ғаилә» һәм «Ғаилә – отошло» кеүек ташламалы тарифтар индереү ҙә күҙ уңында тотола. Был эш Әбйәлилдә лә әүҙем алып барыла. Көнсығыш район-ара үҙәгенең район бүлексәе етәксеһе Д. Ғ. Вәлиева әйтеүенсә, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, район тыуған яҡты өйрәнеү музейы, «Экстрим» клубы һәм «Пятерочка» магазины был тарифтар сиктәрендә ғаиләләргә үҙҙәре күрһәткән хеҙмәттәргә һәм тауарҙарға билдәле ташламалар яһай.
Читайте нас