Ҡаҙмаштар сираттағы волейбол турнирын Бөйөк Еңеү байрамына арнаны. Урындағы ветерандар ойошмаһы етәксеһе Манат Сафиуллин сараны асып, һуғышта ҡатнашҡан ауылдаштарын иҫкә алды, уларҙың батырлығына тиң булып, йәнтөйәктең данын ебәрмәй йәшәргә өндәне. Ауыл Советы депутаты Илгиз Моталов ярышты ойоштороусы ғына түгел, бағымсы ла булып сығыш яһаны. Ҡаҙмаш спортсылары Руслан Зарипов, Илгиз, Инсар һәм Заһир Моталовтар, Мораҙым Фәйзуллин, Ислам Тараҡолов, Ғайсар Рамаҙанов, Дамир Юлдашев, Азат Сафиуллин, Арсен Мостафин, Гөлфиә Дауытова һәм Рәмзиә Әйүпова үҙҙәрен оҫта волейболсы итеп танытты, көсөргәнешле уйында һынатманы.