Йыл һайын 17 майҙа Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнө билдәләнә. Ер йөҙөндә йәшәүсе бөтә балалар ҙа психологик ярҙам, кәңәш алырға хоҡуҡлы. Бының өсөн Рәсәйҙә берҙәм ышаныс телефоны булдырылған. Ауыр тормош хәлендә ҡалған, тиҫтерҙәре йәки ата-әсәһе тарафынан ҡыйырһытылған, башҡа йәберләүҙәргә дусар булған бәләкәстәр бушлай 8-800-2000-122 телефонына шылтыратып, тәүлек әйләнәһенә борсолоуҙары, проблемалары менән уртаҡлаша ала. Анонимлыҡ гарантиялана.