Гәзит-журналдарға ташламалы хаҡтар менән яҙылыу осорон файҙаланып, күптәр ваҡытлы матбуғатҡа, шул иҫәптән район гәзиттәренә абонемент тултырҙы. Быны гәзит уҡыусыларыбыҙҙан «Аҙна һайын приз!» уйынына килгән квитанция күсермәләре иҫбатлай. Шулар араһынан был аҙнала ике еңеүсе билдәләнде. Буранғол ауылынан Ласын Кейекбаев кувшин менән бокалдар отһа, Асҡарҙан Ишмөхәмәтоваға (Шайморатов урамы, 5/2) салат һауыттары эләкте.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ.
Кемдәр «Осҡон»ға әле яҙылмаған, яҡын арала почтальондарға, почта бүлексәләренә мөрәжәғәт итеп, абонемент тултырығыҙ ҙа, квитанция күсермәләрен редакция адресына ебәрегеҙ йәки алып килегеҙ. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоро тамамланғансы, һәр аҙнала икешәр бүләк уйнатыласаҡ. Гәзиткә яҙылығыҙ, бүләктәр отоғоҙ!