Башҡортостан халҡын йәйҙең тәүге айында оҙайлы ял көндәре көтә. Рәсәй көнө булараҡ билдәләнгән 12 июнь ял. Шуға бәйле, РФ Хеҙмәт министрлығы 9 июнь — шәмбегә тура килгән ялды 11 июнь — дүшәмбегә күсерергә ҡарар итте. Ошо уҡ аҙнала 15 июнь республикала Ураҙа ғәйетенә тура килә. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда йәшәүселәр 10, 11, 12 һәм 15, 16, 17 июндә ял итәсәк. 9 һәм 14 июндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.