30 майҙа үҙәк район китапханаһы район ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә күренекле яҡташыбыҙ, билдәле шағир, драматург Рәмил Ҡол-Дәүләттең тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үткәрә. Сараға райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапханасылар, «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы ағзалары һәм шағирҙың ижадын яратыусы башҡалар саҡырыла. Башлана 13 сәғәттә.