Урман янғындары йышайыу сәбәпле, район биләмәһендәге урмандарҙа янғынға ҡаршы айырым режим индерелде. Быйылғы яҙҙа ғына 47 гектарҙа урман уттан зыян күрҙе, ә үлән яныуы көн һайын теркәлә. Ошоға бәйле, ағаслыҡтарҙа, урман эсендә усаҡ яғыу, тәмәке ташлау, сүп-сар үртәү ҡәтғи тыйыла. Урман янғындарын булдырмау махсус хеҙмәттәрҙән, урмансыларҙан һәм янғын һүндереүселәргән генә түгел, ә ошо биләмәлә йәшәүсе халыҡтың уяу һәм яуаплы булыуынан да тора икәнлеген онотмағыҙ.