Новости
25 Мая 2018, 07:24

Яңы реалити-шоу

Тура эфирҙа өйләнешкән бәхетле парҙы күргегеҙ килһә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын тоҡандырығыҙ. Алып барыусылар Иван Тихонов менән Елена Башкирцева никахлашырға йыйынған йәштәр менән бергә баш ҡаланың туй күлдәктәре менән сауҙа итеүсе салондарын, туй индустрияһы менән булышҡан башҡа нөктәләрен ҡарап, тикшереп сығасаҡ, хаҡтарҙы сағыштырасаҡ. Әйткәндәй, проекттың һөҙөмтәһенә һеҙ йоғонто яһай алаһығыҙ, бының өсөн телеканалдың сайтында үҙегеҙгә оҡшаған парға тауыш бирергә генә кәрәк.


Читайте нас