«Йәшлек» гәзите Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Быйылғы йылғы төп премияны йәш яҡташыбыҙ, Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Лиана Сафиуллина яуланы. 10-сы класта уҡыусы ҡыҙ үҙенең «Халҡым» тип янып йәшәйек!» мәҡәләһендә башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһен күтәреп сығып, уны хәл итеү юлдарын эҙләй һәм йәштәргә аныҡ тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итә. Ошо уҡ гимназияла уҡыусы Динара Шәмсет-динова өсөнсө премияға лайыҡ булды. Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында ҡатнашыусы «Йәшлек» гәзите вәкилдәре ҡыҙҙарға диплом һәм аҡсалата бүләк тапшырҙы.