Ауыл хужалығы идаралығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса районда яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға бара. Атап әйткәндә, кисәге көнгә яҙғы культуралар 55000 гектарҙа (был тотош майҙандың 87 проценты) сәселгән, шул иҫәптән иген һәм ҡуҙаҡлылар 44900 гектарҙы (99 проц.) биләгән. Көнбағыш һәм майлы культуралар сәселеп бөткән дә инде, улар ярашлы рәүештә 2040 һәм 8100 гектарҙа урынлаштырылған.