«Аҙна һайын приз!» уйынында еңеүсе булған Байым ауылынан З. Ғ. Сәғәҙиева сәйнүк, Хәмиттән Зәбир Яныбаев кувшин менән бокалдар отто. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен алыу өсөн паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, редакцияға килеүҙәрен һорайбыҙ. Аҙна һайын ике бүләк уйнатыласаҡ, шуға күрә әүҙемерәк булығыҙ: тиҙ арала «Осҡон»ға яҙылығыҙ ҙа, квитанция күсермәһен беҙгә ебәрегеҙ.
2018 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу осоронда ла «Бәхетле авто» уйыны үткәрелә. Уйында ҡатнашыу өсөн «Осҡон» гәзитенә яҙылыу тураһындағы квитанцияны редакцияға алып килеп, беҙҙән автомобиль тәҙрәһенә йәбештереү өсөн наклейка алырға кәрәк.
«Супер приз от!» уйынында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр отоу өсөн кәмендә алты айға бер район һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәләрен Өфө, Киров урамы, 45 адресы буйынса Нәшриәт йортоноң матбуғатҡа яҙылыу бүлегенә ебәрергә кәрәк.
«Осҡон»ға яҙылып, бүләкле лә, гәзитле лә бу-лыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ, дуҫтар!