Новости
1 Июня 2018, 06:55

Машина һатып алғанда уяу булығыҙ

Яңыраҡ ЮХХДИ-ҙың теркәү-имтихан төркөмөндә үҙенсәлекле осраҡ асыҡланды. Магнитогорск ҡалаһы кешеһе Тойота Лэнд Крузер автомобиле һатып алып, милексе үҙгәреү сәбәпле, транспорт сараһын теркәтеү өсөн Әбйәлил районы буйынса эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итә. Дәүләт инспекторы машинаның идентификацион мәғлүмәттәрен база аша тикшергәс, уның уҙған йылдың сентябрендә Санкт-Петербург ҡалаһынан ҡыуып алып кителгәнлеге асыҡлана. Бынан тыш, автомобиль салонын тикшерә башлағас, унда наркотик матдә — мәк орлоҡтары табыла. Һөҙөмтәлә, тәфтиш эштәре тамамланғанға тиклем, Тойота махсус туҡталҡаға бикләнә.
Читайте нас