Миграция мәсьәләләре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡсылары менән берлектә миграция закондарын боҙоусыларҙы асыҡлау буйынса «Нелегал» профилактик сараһын уҙғарҙы. Уның барышында сауҙа нөктәләре, ташландыҡ биналар, объекттар тикшерелде. Миграция иҫәбенә 20 сит ил гражданы ҡуйылды, улар нигеҙҙә Ҡырғыҙстандан килеп, курорт төбәгендә эшләүселәр. 11 хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланды, уларға административ протоколдар төҙөлдө. Законһыҙ ҡорал әйләнешенә бәйле бер енәйәт асыҡланып, Енәйәт кодексының 222-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Миграция мәсьәләләре буйынса бүлек тарафынан хөкүмәт файҙаһына 16 мең һум штраф түләтелде.