Новости
1 Июня 2018, 07:03

Президентҡа һорау бир

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың сираттағы «тура линия»һы 7 июнгә, 12 сәғәткә тәғәйенләнде. Халыҡтан һорауҙар ҡабул итеү башланды: ил башлығына смс-хәбәр менән дә, телефон, интернет аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Уларҙы махсус үҙәктәрҙә яҙып аласаҡтар. Әйткәндәй, быйыл тәүге тапҡыр мөрәжәғәттәр менән эшләүгә волонтерҙар йәлеп ителде. Волонтерлыҡ менән шөғөлләнеүсе операторҙар араһында йәштәр ҙә, ололар ҙа, билдәле шәхестәр ҙә, мәҫәлән, актер Сергей Безруков та, бар. Рәсәйҙә йәшәүсе һәр кем 8-800-200-40-40 телефонына бушлай шылтыратып, йәки 0-40-40 һандарына смс-хәбәр (текст 70 билдәнән ашмаҫҡа тейеш) ебәреп, Президентҡа үҙ һорауын ҡалдыра ала. Бынан тыш, мөрәжәғәттәр moskva-putinu.ru (москва-путину.рф) сайтында ла ҡабул ителә. Ошо уҡ исемле төркөмдәр социаль селтәрҙәрҙә лә бар.


Читайте нас