Баш ҡалала медицина хеҙмәткәрҙәре араһында уҙған еңел атлетика марафонында район намыҫын Асҡар үҙәк дауаханаһы табиптары Нәйлә һәм Фәнил Ғарраповтар яҡланы. Халыҡ һаулығы һағында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән Ғарраповтар был юлы ла һынатманы: үҙ йәш төркөмдәрендә Нәйлә Салауат ҡыҙы 21 километрға, Фәнил Зөлфир улы 10 километрға йүгереп, 1-се урын яуланылар.