Рауил ауыл биләмәһенән быйыл урындағы башланғыстарҙы хуплау проектында Тәпән ауылы халҡы ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар дөйөм йыйылышта урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты һәм шуның өсөн тауыш бирҙе. Биләмә башлығы А. И. Солтанов әйтеүенсә, проектты тормошҡа ашырыу өсөн халыҡтан бөтәһе 63 мең һум аҡса талап ителә, тәпәндәр тейешле сумманы (һәр йорттан 700-шәр һум) йыйыуҙы тамамлаған да инде. Бынан тыш Тәпәндә быйыл «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуы уҙғарыласаҡ. Әле әҙерлек эштәрен башлап, йорт ҡыйығын алмаштырыу, өйҙөң тышын заманса материал менән көпләү, тәҙрәләрҙе пластикка алмаштырыу менән шөғөлләнәләр. Көндәр бер аҙ йылыныу менән шал-буяуға тотонасаҡтар.