16 июндә беҙҙең районда, «Яҡты-Күл» шифаханаһы янында, тәүге тапҡыр этник спорт төрҙәре буйынса ярыш уҙғарыла. Күсмә халыҡтар уйындары тип исемләнгән сарала уҡ атыу, милли көрәш, ылаҡ, ат сабышы кеүек ярыштарҙан тыш, «түңәрәк өҫтәл», фольклор коллективтар сығышы, этник музыка фестивале көтөлә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (3472) 466-914, 8-909-348-88-33.