Новости
8 Июня 2018, 08:51

Уйын дауам итә, бүләктәр бөтмәгән әле!

Был аҙнаның еңеүселәре — Булат ауылынан Рауза Итҡолова һәм Рауилдан Ф. Аҫылбаева «Аҙна һайын приз!» уйынында тәүгеһе салаттар һауыттары отһа, икенсеһенә термокөрөшкә эләкте. Еңеүселәрҙең паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, редакцияға килеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ.

Бүләктәр бөтмәгән әле, уйын дауам итә. Яратҡан гәзитегеҙҙән бүләк отоу өсөн тиҙерәк «Осҡон»ға яҙылып, квитанция күсермәләрен беҙгә ебәрегеҙ. Киләһе уйында, бәлки, нәҡ һеҙ еңеүсе булырһығыҙ!

Хәбәр итеүебеҙсә, район һабантуйында «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренә киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыу ойошторола. Был көндө абонемент тултырғандарҙы бүләктәр көтә. Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, беҙҙең менән бергә булығыҙ!

Мөхәрририәт.
Читайте нас