Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты ярҙамында ауылдың бихисап көнүҙәк мәсьәләһен хәл иткән Хәлил халҡы, быйыл йәнә проектта ҡатнашырға теләк белдереп, урамдарға энергияны аҙ сарыф итеүсе лампалар ҡуйҙырыу өсөн тауыш бирҙе. Был проект конкурста еңеп сыҡты һәм Р. Ә. Дәүләтов етәкселегендәге инициатива төркөмө аҡса йыйыуҙы башланы. «Бөтәһе 110-120 лампа ҡуйҙырырға иҫәпләйбеҙ. Хәлил — ҙур ауыл, шуға аҡса йыйыу ҡыйынға төшмәҫ, тип уйлайым. Ауылда 350 ихата, өй башынан 400-шәр һум аҡса йыйырға һөйләшелде. Йыл башында үткән йыйылышта ҡабул ителгән дөйөм ҡарар буйынса халыҡ хәтерен яңыртып, аҡса йыйыуҙы тиҙләтеү маҡсатында кисә ауылда йыйын үткәрҙек», — ти ауыл биләмәһе башлығы А. Б. Хәйбуллин.