Ошо көндәрҙә Шүлгәнташ тәбиғи ҡурсаулығы биләмәһендә тәүге республика роботоһабантуйы үтте. Әбйәлил районы командаһы исеменән унда Таштимер мәктәбенең «ТашТимер» командаһы (етәксеһе С. Ш. Йосопов) ҡатнашты. Был милли уйындар байрамы булды, тик уйындарҙа балалар идара иткән робот-конструкторҙар ҡатнашты. Икенсе класс уҡыусыһы Данил Хисаметдинов «Роботтар ҡурсаулыҡ һағында» исемле темаға ижади проекттар конкурсында призлы урын яуланы.