Башҡортостан вуздары 20 июндә ҡабул итеү кампанияһына старт бирҙе. Берҙәм дәүләт имтихандары тамамланмаһа ла, төп предметтарҙың һөҙөмтәләре билдәле. Шуға күрә, абитуриенттар үҙҙәре теләгән факультеттарға документ тапшыра башлай ала. Ғаризалар ҡабул итеү 26 июлгә тиклем барасаҡ, 27 июлдән уҡырға инеү тураһында ҡарарҙар сығарыла.