Новости
22 Июня 2018, 07:03

«Аныҡ эштәр» балаларға шатлыҡ өләшә

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә районда быйыл да күләмле эштәр башҡарыласаҡ. Шуларҙың береһе: иртәгә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙасаҡ Тәпән ауылында балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү тамамланған да инде. «Майҙансыҡ төҙөүгә бөтәһе 100 мең һум аҡса бүленеп, әүһәләк, өйрөлтмәк кеүек уйын кәрәкле ҡорамалдары һатып алынды, — ти Рауил ауыл биләмәһе башлығы А. И. Солтанов. — Ә уларҙы урынлаштырыуҙы Тәпән ауылы халҡы өмә менән башҡарҙы. Уйын майҙансығына ҡом килтереү, ҡорамалдарҙы нығытыу, резина баллондарҙы ҡаҙып ултыртыу эштәренә Әкрәм Рәхмәтуллин, Ғәфиәт Әхмәҙиев, Венер Мансуров, Илфат Хәлилов, Ишморат Саниев, Язар Ялмырҙин, Милләт Низамов һәм башҡа ир-уҙамандар дәррәү сыҡты. Әйтергә кәрәк, оҫта ҡуллы ағай-апалар ҡышҡыһын да ошо биләмәлә сана менән шыуыу өсөн тау эшләп, балалар-ҙы ҡыуандырғайны. Ҡом-до тигеҙләп, төҙөлөш эштәре тамамланғандан һуң иһә ҡатын-ҡыҙҙар эшкә тотондо — улар майҙансыҡты сағыу-сағыу төҫтәргә мансыны. Ә балалар был эштәрҙең аҙағына еткәнен көтәме һуң инде?! Йәй еткәнен һағынған бәләкәстәр, ҡом килтереп ауҙарылғас та, көн һайын ошо урында сыр-сыу килеп уйын ҡорҙо, уларҙың шат тауыштары ҡараңғы төшкәнсе Тәпән ауылын яңғыратып тора.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА
Читайте нас