Новости
22 Июня 2018, 07:45

Балалар имен-һау булһын

Башҡортостан Республикаһында балалар араһында енәйәтселекте һәм суицидтарҙы иҫкәртеү траһында Закон үҙ көсөнә инде. Яңы документҡа ярашлы, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссиялар балалар һәм үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау, бәлиғ булмағандарҙы үҙ-үҙенә ҡул һалыуға этәреү осраҡтарын иҫкәртеү менән шөғөлләнәсәк.

- Балалар енәйәтсе булып тыумай. Һәм улар менән ваҡытында аныҡ психологик эш алып барылһа, бер ҡасан да енәйәти юлға баҫмаясаҡ. Бары тик уны ишетергә, эске кисерештәрен аңларға, социаль селтәрҙәрҙәге хәүефле төркөмдәрҙән араларға ғына кәрәк, - ти БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. - Стәрлетамаҡ мәктәбендә булған фажиғә һәм башҡа төбәктәрҙә балаларҙың хоҡуҡ боҙоу осраҡтары был өлкәлә профилактика етмәүен асыҡ күрһәтә. Үҫмерҙәрҙең психикаһы тотороҡһоҙ була икәнлеген беләбеҙ, уғаөлкәндәр тарафынан иғтибар һәм ярҙам кәрәк. Атап үтелгән закон бындай ярҙам һуңламаһын өсөн ҡабул ителде.
Читайте нас