Изге байрамға инселәп Р. М. Ғималов салған ҡорбан итенән Илсен хәҙрәт Яҡупов йәштәр менән берлектә былау бешерҙе. Ҡорбан ашынан ауыҙ иткәс, барыһы ла йома намаҙына баҫты. Илсен хәҙрәт йома хөтбәһендә йәштәргә әхләҡи-дини тәрбиә биреү зарурлығы хаҡында һөйләне. Бынан һуң балалар Ҡөрьән сүрә-аяттарын яттан һөйләүҙә ярышты, «Динем Ислам» темаһына һүрәттәр төшөрҙө. Еңеүселәрҙең береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Изге байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткән ауыл халҡына, ауыл биләмәһе етәкселәренә, мәктәп директоры А. И. Мөхәмәтоваға диндарҙар рәхмәт йөҙөнән доғалар ҡылды.